Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2020, 15:00

Дүрт йәшлек бала һәләк булған

Малай машинаның тәҙрә күтәрә торған төймәһенә баҫа.

Был фажиғә Дыуан районында була. Дүрт йәшлек малай машинаның тәҙрәһенә башын тыҡҡан килеш уның тәҙрә күтәрә торған төймәһенә баҫа. Быяла бисараның муйынын ҡыҫа. Атай-әсәһе “Ашығыс ярҙам” саҡыртһалар ҙа, малайҙы ҡотҡарып булмай.
Бәлә аяҡ аҫтында шул. Бына тағы йәмле миҙгел башланды – был осорҙа күптәр тәбиғәткә ял итергә юллана. Ябай ғына ҡағиҙәне ла һанға һуҡмау төҙәтә алмаҫлыҡ бәлә-ҡазаларға килтереүен онотмаһаҡ ине.
Читайте нас: