Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 21:50

700 мең һумға йорт отҡан

Был йортто ни эшләтәсәк?

Була бит донъяла ғәжәп хәлдәр! Өфөлә шәфҡәт туташы булып эшләгән Регина Осипова ҡасандыр ҡала ситендә йорт отормон тип күҙ алдына ла килтермәгән. Был хаҡта “Проуфу” порталы хәбәр итә
Регина “Столото”нан бер нисә онлайн лоторея билеты һатып ала. “Ғәҙәттә, мин телефондағы хәбәрҙәрҙе уҡып бармайым, шулай ҙа отош тураһындағы яңылыҡты шунда уҡ күреп ҡалдым. Ҡулдарым ҡалтырана-ҡалтырана иремдең телефон һандарын йыйҙым һәм еңеүем хаҡында әйттем”, - ти был хаҡта Регина.
Регина йорттан баш тартҡан, призды аҡсалата алған. Шәфҡәт туташы был аҡсаны ата-әсәһенең өйөн ремонтлауға тотонмаҡсы, шулай уҡ мохтаждарға ла өлөш сығармаҡсы.
Фото: stoloto.ru
Читайте нас: