Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 22:05

Аҙ ҡанлылыҡтан да файҙалы

Кесерткән ялҡынһыныуға ҡаршы тора, иммунитетты күтәрә, үт һыуын ҡыуа.

Кесерткән бөтә ерҙә лә үҫә, баҡсала күпме ҡырһаң да, барыбер бөтөрөп булмай. Бөтә ерҙе ҡаплаған был әрһеҙ үлән, ысынында иһә бик ҡыйбатлы дарыу үләне. Уның шифаһын борондан белгәндәр. Бигерәк тә яҙғы, май кесерткәне файҙалы.
Кесерткән япрағы аскорбин кислотаһы, каротин, К,В2, В3 витаминдары, магний фосфор, тимер ҡырмыҫҡа, фолий, һеркә кислоталары, туплаусы матдәләргә бай. Йәш япраҡтарында С витамины лимондан күберәк, ул каротин миҡдары буйынса ҡуҙғалаҡ, һырғанаҡ, кишерҙән ҡалышмай. Кесерткәндең файҙалы үҙенсәлектәре термик эшкәртеүҙән һуң кәмемәй. Шуға май кесерткәненән сихәтле аш бешерегеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡыш файҙаланыу өсөн уны киптереп тә ҡуйырға була.
Кесерткән ялҡынһыныуға ҡаршы тора, иммунитетты күтәрә, үт һыуын ҡыуа. Ҡан ағыуҙы туҡтатыу, ҡанды ойотоу үҙенсәлеге лә бар. Көслө йәрәхәттәр булғанда, күрем ныҡ килгәндә, гинекология ауырыуҙарынан дауалай. Аҙ ҡанлылыҡтан файҙалы, гемоглобинды күтәрә, эритроциттарҙы арттыра. Кесерткәндә секретин (ҡандағы шәкәрҙе көйләй) матдәһе бар.
Косметологияла ла ҡулланыла: ҡауыҡты бөтөрә, сәсте нығыта, үҫтерә. Әйткәндәй, кесерткәндең ҡанды ойотоу үҙенсәлеген иҫтә тоторға кәрәк. Был үҫемлек ҡаны ҡуйы булған, тромбофлебит, атеросклероз, варикоз, гипертониянан интегеүселәргә зыянлы.
Читайте нас: