Рәсәй президенты Владимир Путин Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Парад 24 июндә буласағын белдерҙе. Ил етәксеһе тантанаға әҙерләнергә бойороҡ бирҙе, Шойгуға хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе юғары кимәлдә ойоштороу бурысы йөкмәтелде. Путин шулай уҡ “Үлемһеҙ полк” маршында дистанцияны үтәп булмауын хәбәр итте, шуға ла ул хәрби-диңгеҙ флоты парадынан һуң, 26 июлдә үткәреү күҙаллана.