Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 15:35

Эшләмәгән атай-әсәйҙәргә лә биреләсәк

Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға аҡсалата түләүҙәр исемлеген киңәйтәләр. Был хаҡта төбәк Хөкүмәтенең опреатив кәңәшмәһендә хәбәр иттеләр.Түләүҙәр керемдәре һәр ғаилә ағзаһына тейешле сумманан аҙыраҡ булған (9804 һум) ғаиләләргә ҡарала. Түләү күләме 4984 һум тәшкил итә.БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республика закондары буйынса бындай түләүҙәрҙе эшләмәгән атай-әсәйҙәрҙең балалары ала алмай. Хеҙмәт баҙарында килеп тыуған ҡатмарлы хәл менән бәйле министр бындай талапты туҡтатыуҙы һәм эшһеҙ ҡалған граждандарҙы ла түләүҙәр исемлегенә индерергә тәҡдим итте. “Түләүҙәрҙең 88 проценты федераль ҡаҙнанан финанслана”, - тине ул.Республика вице-премьеры Андрей Назаров был тәҡдимде хупланы һәм тейешле документтар әҙерләргә ҡушты.

Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға аҡсалата түләүҙәр исемлеген киңәйтәләр. Был хаҡта төбәк Хөкүмәтенең опреатив кәңәшмәһендә хәбәр иттеләр.
Түләүҙәр керемдәре һәр ғаилә ағзаһына тейешле сумманан аҙыраҡ булған (9804 һум) ғаиләләргә ҡарала. Түләү күләме 4984 һум тәшкил итә.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республика закондары буйынса бындай түләүҙәрҙе эшләмәгән атай-әсәйҙәрҙең балалары ала алмай. Хеҙмәт баҙарында килеп тыуған ҡатмарлы хәл менән бәйле министр бындай талапты туҡтатыуҙы һәм эшһеҙ ҡалған граждандарҙы ла түләүҙәр исемлегенә индерергә тәҡдим итте. “Түләүҙәрҙең 88 проценты федераль ҡаҙнанан финанслана”, - тине ул.
Республика вице-премьеры Андрей Назаров был тәҡдимде хупланы һәм тейешле документтар әҙерләргә ҡушты.
Читайте нас: