Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 11:25

Ярҙам да, һөҙөмтә лә артҡан

Былтыр республикала 763 яңы крәҫтиән-фермер хужалығы теркәлгән. Бөтәһе 119 ауыл хужалығы кооперативы, 600 тирәһе эш урыны булдырылған. Республика Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.Илшат Илдус улы әйтеүенсә, хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына 922,3 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Шуның 579,5 миллион һумы – федераль, 342,9 миллионы республика бюджетынан. Индерелгән үҙ аҡсаларҙың күләме 240 миллион һумдан артҡан. Бер йыл эсендә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләмендә фермерҙар өлөшө 11 проценттан (2018 йылда) 12,9 процентҡа тиклем артҡан. Ауыл хужалығы кооперативтарының кереме 1 миллиард 200 миллион һумдан артҡан.“Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл хужалығы коопеарацияһын үҫтереү” проектына ярашлы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа 2 мең 154 кешене йәлеп итеү бурысы ҡуйылған. #Национальныепрое#Региональныепроекты#Миллипроекттар

Былтыр республикала 763 яңы крәҫтиән-фермер хужалығы теркәлгән. Бөтәһе 119 ауыл хужалығы кооперативы, 600 тирәһе эш урыны булдырылған. Республика Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
Илшат Илдус улы әйтеүенсә, хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына 922,3 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Шуның 579,5 миллион һумы – федераль, 342,9 миллионы республика бюджетынан. Индерелгән үҙ аҡсаларҙың күләме 240 миллион һумдан артҡан. Бер йыл эсендә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләмендә фермерҙар өлөшө 11 проценттан (2018 йылда) 12,9 процентҡа тиклем артҡан. Ауыл хужалығы кооперативтарының кереме 1 миллиард 200 миллион һумдан артҡан.
“Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл хужалығы коопеарацияһын үҫтереү” проектына ярашлы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа 2 мең 154 кешене йәлеп итеү бурысы ҡуйылған.
#Национальныепрое
#Региональныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: