Илдәге бик күп ҡалаларҙа һәм шул иҫәптән Өфөлә икенсел торлаҡҡа хаҡтар төшә башлаған. Күпселек ҡалаларҙа коронавирус арҡаһында килеп тыуған сикләүҙәр һөҙөмтәһендә, һатып алыусыларҙың кәмеүе күҙәтелгәс, күп кенә торлаҡ хужалары фатирҙарын арзаныраҡ хаҡҡа һатырға әҙер. 2017 йылдан алып икенсел торлаҡҡа хаҡтар төшкәне булмаған әле. Архитектура һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты белгестәре коронавирус эпидемияһы сәбәпле килеп тыуған яңы ташламалар торлаҡҡа һоаруҙы арттырып ҡына ҡалмаясаҡ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырырға ла ярҙам итәсәк, ти.