Рәсәй президенты Владимир Путин эшһеҙлек буйынса минималь түләүҙе 1,5 мең һумдан 4,5 меңгә арттырыу тураһындағы тәҡдимде хупланы. “Мәшғүллек буйынса ярҙам хеҙмәтенә элекке эш урынынан раҫланған етерлек стажы булмаған йәки бөтөнләй рәсми эшкә урынлашмаған граждандар мөрәжәғәт итә ала”, - тине президент.