Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 20:25

Флера Шәрипова йән һәм тән сәләмтлеге хаҡында

Ҡайһы берҙә туғандар бер-береһенә асыу тотоп, уйламайынса яҡындарын ҡарғап ҡуя. Атай-әсәй менән бала араһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуып, аңғармаҫтан төрлө һүҙҙәр яңғыратып ташлайҙар. Атай-әсәй менән баланың, туғандарҙың үҙ-ара ыҙғышы бер ваҡытта ла хәйерлегә түгел. Ул боҙомға әүерелеп, төрлө ауырлыҡтар, сирҙәр барлыҡҡа килтерә. Ундай ғаиләләрҙә балаларҙың тормоштары уңмай. Ә туғандар бер-береһенә изгелек теләһә, көс-ҡеүәт, бәрәкәт арта, уларҙың юлдары асыла.

- Шулай ҙа ҡайһы берҙә кеше үҙ асылын тапмай, оло юлын ғына түгел, шул юлға илтеүсе һуҡмаҡҡа ла төшә алмайынса ғүмер кисереп, үлеп китә. Ул сит кешенең тормошо менән йәшәй…
‒ Тәғәйенләнешен табыр өсөн әҙәм балаһы асыҡ күңел менән йәшәргә тейеш. Үҙеңә нимә оҡшай, шул эш менән шөғөлләнеп, әйтеп аңлатҡыһыҙ кинәнес алһаң, оло юлыңа төшкәнһең тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта башҡаларҙың һине нисек баһалауы, ҡабул итеү-итмәүе, ҙурлауы йә хурлауы ла мөһим түгел. Был юлдан илһамланып бараһың, һис ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа ҡурҡытмай, намыҫ тойғоһо ла игәмәй, кинәнеп йоҡларға ятып, кинәнеп уянаһың икән, тимәк, дөрөҫ йүнәлештәһең. Әгәр ҙә үҙеңде эшкә барырға мәжбүр итһәң, үҙ һуҡмағыңа төшмәгәнһең әле. Ғөмүмән, тормошто үҙеңде нимәлер эшләргә мәжбүр итеүгә тәләфләргә ярамай. Берәүҙең юлы икенсе кешенекенә тап килмәй. Шуға ла мөмкинлектәреңде, ҡаҙаныштарыңды башҡаларҙыҡы менән сағыштырырға ла, кемгәлер оҡшарға тырышырға ла кәрәкмәй.
Ә сит кешенең тормошо менән йәшәргә ярамай. Үҙеңде тотошлай ғаиләңә, атай-әсәйеңә, балаларыңа ғына бағышлау ҙа ‒ ҙур хата. Бының һиңә генә түгел, яҡындарыңа ла зыян килтереүе ихтимал. һәр кем үҙ тормошо менән йәшәп, төрлө һынауҙар аша үҙ юлын үҙе үтергә тейеш.
‒ Йәғни был битарафлыҡ та, эгоизм да түгел, ә йән талабы… Тик йөрәкте нисек асырға һуң?
‒ Йөрәкте асыр өсөн иң тәүҙә үҙеңде яратырға һәм тирә-йүндәгеләрҙең бәләкәй генә гонаһтарын, кәмселектәрен кисерә белергә кәрәк. Башҡаларға ҡарата мөнәсәбәт ‒ ана шул була ла инде йөрәкте асыу. Ә яныңдағы кешеләр – һинең көҙгөләге сағылышың. Беҙ, ғөмүмән, бүтәндәрҙең иң тәүге сиратта үҙебеҙҙә булған сифаттарына иғтибар итәбеҙ. Яҡшы кеше ‒ яҡшылыҡты, алама кеше аламалыҡты күрә. Йомарт иһә барыһын да үҙе һымаҡтыр тип фекерләй. Этлек уйлап йөрөгәндәр башҡаларҙан, миңә аламалыҡ ҡылыуҙары бар, тип ҡурҡа, шикләнә. Әгәр ҙә яныбыҙҙа ҡара уйлы кешеләр йыйылған кеүек тойолһа, беҙ иғтибарҙы үҙебеҙгә йүнәлтергә, тирә-йүндәгеләргә булған мөнәсәбәтебеҙ хаҡында уйланырға тейеш.
Йәнә һәр эште яратып башҡарыу зарур. Күптән түгел бер ҡатын менән аралашырға тура килде. Ул балаларының ихтирамһыҙ мөнәсәбәтенә зарлана. “Һеҙ уларға изгелек эшләгәндә кинәнес кисерәһегеҙме?” ‒ тип һораным. Баҡтиһәң, ул барыһын да бурыс тип ҡабул итеп кенә башҡара икән. Аш-һыуҙы ла, мин әҙерләйем, ә улар ҡәҙеремде белмәй тигән үпкәләүҙәр, яман уйҙар менән бешерә килеп сыға. Билдәле, ундай кире тойғолар һалынған ризыҡты әҙерләүсе лә, уны ауыҙ итеүселәр ҙә һәйбәт кәйефтә була алмай, улар сиргә һабыша, үҙ-ара мөнәсәбәттәре боҙола.
Минең өсөн йыһан ‒ дөйөм организм ул. Бер яғына нимә бушатаһың, икенсе яғынан һиңә шул уҡ нәмәләр әйләнеп ҡайта. Таҙа һыу ҡойһаң – таҙа, бысраҡ һыу ҡойһаң, бысраҡ һыу ағып килә.
– Йән һәм тән сәләмәтлеге хаҡындағы фекерҙәрегеҙҙе лә ишетке килә…
– Тән сәләмәтлегенә, ысынлап та, йәндең таҙа булыуы шарт. Ә бының өсөн әҙәм балаһы күңелендә яҡтылыҡ, нур, мөхәббәт йөрөтөргә тейеш. Сөнки мөхәббәт энергияһы бик юғары тирбәлешкә эйә. Доғалар һәм мантралар ҙа шундай уҡ юғарылыҡта. Донъяны яратып, күңелеңдә доғалар менән йәшәһәң, тәнеңде уратып алған ҡатламдар ҡалын һәм һин һаҡлаулы булаһың. Ә сир, үпкәләү, әрепләшеү, асыуланыу кеүек кире тойғолар энергияның түбәнәйеүенә килтерә.
– Эйе, йыһан ҡанундары хаҡында хәҙер күп һөйләйҙәр. Әммә һеҙ ике тиҫтә йылдар элек үк ошондай шиғырҙар ижад иткәнһегеҙ...
– Эйе, ысынлап та, хәҙер ошо хаҡта күп һөйләйҙәр. Һәм бының һис тә насарлығы юҡ. Кешенең “уяныуына” ишара был. Әйткәндәй, беҙҙең ата-бабалар бик аҡыллы булған. Улар төшөнкөлөккә бирелеүҙең, үпкәләүҙең, башҡалар хаҡында ғәйбәт һөйләүҙең генә түгел, кеше тураһында алама уйлауҙың да гонаһ икәнлеген белгән. Ергә зыян килтермәҫкә кәрәклеген тойоп йәшәгән. Мин дә өләсәй ҡыҙы. Уның янында һыйынып ҡына үҫкәнмен. Башҡа тиҫтерҙәрем кеүек урамда уйнауҙы бар тип тә белмәй инем. Өләсәйем менән урман-ҡырҙарҙы гиҙергә яраттыҡ. Ул үләндәр йыя, шулар менән дауалай, сырхап киткәндә өшкөрә торғайны. Өләсәйемдең үләнде өҙөп алыр алдынан доғалар уҡып, Хоҙайҙан рөхсәт һорағаны хәтерҙә. Еләк йыйыр, миндек һыҙырыр алдынан да шулай итте. Тәбиғәткә сыҡҡас та беҙ бер аҙ тирә-яҡты күҙәтеп ултыра торғайныҡ. Өләсәйем нимәләр хаҡында уйлағандыр, белмәйем, мин тәбиғәттең моңон тыңлап туя алманым. Яланда бер төрлө моң яңғырай, урманда – башҡаса.
Тормошҡа ҡарашым ана шул өләсәйем өйрәткәнсә. Ул, сәй һыуына тип, беҙҙе иртә таңдан шишмә һыуына ебәрә лә, ҡайтҡанда туҡтап, кеше менән һөйләшеп тормағыҙ, тип әйтә торғайны. Бөгөн ғалимдар, ысынлап та, һыуҙың бөтә мәғлүмәтте үҙенә һеңдерә барыуын иҫбат иткән. Ә оло быуын вәкилдәре быны ул замандарҙа уҡ белгән булған.
– Һеҙ – әсәй кеше. Шундай матур, аҡыллы ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ…
–Ҡыҙым менән бәләкәстән оло кеше менән аралашҡан кеүек һөйләшеп, кәңәшләшеп йәшәнем. Бала бөтә ҡиммәттәрҙе лә ғаиләлә һеңдерә. Ҡайһы берҙә туғандар бер-береһенә асыу тотоп, уйламайынса яҡындарын ҡарғап ҡуя. Атай-әсәй менән бала араһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуып, аңғармаҫтан төрлө һүҙҙәр яңғыратып ташлайҙар. Атай-әсәй менән баланың, туғандарҙың үҙ-ара ыҙғышы бер ваҡытта ла хәйерлегә түгел. Ул боҙомға әүерелеп, төрлө ауырлыҡтар, сирҙәр барлыҡҡа килтерә. Ундай ғаиләләрҙә балаларҙың тормоштары уңмай. Ә туғандар бер-береһенә изгелек теләһә, көс-ҡеүәт, бәрәкәт арта, уларҙың юлдары асыла. Кеше бына шуларҙы аңлаһын ине. Нәҫел, тоҡом, ғаилә – ул ағас кеүек. Әгәр ҙә көн дә бер генә тамсы ағыу тамыҙһаҡ та, ул яйлап ҡорой. Ә инде көн дә бәләкәс кенә тамсы таҙа һыу тамһа, ағас йәшәйәсәк.
Читайте нас: