Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 10:10

Арзан хаҡҡа һаҙан балығы тәҡдим итә

Республика Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” гранттарына конкурс башланды. Дүрт йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы араһында күбеһе ит һәм һөт етештереүселәр. Әммә улар араһында балыҡсылыҡ менән етди шөғөлләнеүселәр ҙә булыуы ҡыуаныслы хәл. Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алмаз Ғәлимов Ишембай районында йәшәп һаҙан балығы (карптар) үрсетеүсе фермер Фәнис Зөбәйеров хаҡында бәйән итә. Фәнистә балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү ниәте бер йыл элек тыуа. Ул Верхотор ауылында быуалар барлығын белә. Һәм шуларҙы барып күреп, ул ерҙәрҙе арендаға алып, сүп-сарҙан таҙарта, эш өсөн шарттар тыуҙыра. Быйыл ул алты быуала ла балыҡ үрсетеп, 17 тонна табыш алырға иҫәп тота. Ә киләһе пландары тағы ла ҙурыраҡ. Хөкүмәт ярҙамына таянып, һаҙан балығын ғына ғына түгел, Аҡ амур һәм башҡа төр балыҡтар ҙа үрсетергә теләй. Әлегә ул республика халҡына арзан хаҡҡа һаҙан балығын тәҡдим итергә иҫәп тота. Килоһы 180 һумдан артмаясаҡ.“Агростартап”ты финанслау ауыл хужалығын үҫтереү буйынса милли проект сиктәрендә башҡарыла. Быйыл ауыл хужалығы эшмәкәрҙәре өсөн 266 миллион һум аҡса бүләнәсәк.#Национальныепроекты#Миллипроекттар

Республика Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” гранттарына конкурс башланды. Дүрт йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы араһында күбеһе ит һәм һөт етештереүселәр. Әммә улар араһында балыҡсылыҡ менән етди шөғөлләнеүселәр ҙә булыуы ҡыуаныслы хәл. Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алмаз Ғәлимов Ишембай районында йәшәп һаҙан балығы (карптар) үрсетеүсе фермер Фәнис Зөбәйеров хаҡында бәйән итә. Фәнистә балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү ниәте бер йыл элек тыуа. Ул Верхотор ауылында быуалар барлығын белә. Һәм шуларҙы барып күреп, ул ерҙәрҙе арендаға алып, сүп-сарҙан таҙарта, эш өсөн шарттар тыуҙыра. Быйыл ул алты быуала ла балыҡ үрсетеп, 17 тонна табыш алырға иҫәп тота. Ә киләһе пландары тағы ла ҙурыраҡ. Хөкүмәт ярҙамына таянып, һаҙан балығын ғына ғына түгел, Аҡ амур һәм башҡа төр балыҡтар ҙа үрсетергә теләй. Әлегә ул республика халҡына арзан хаҡҡа һаҙан балығын тәҡдим итергә иҫәп тота. Килоһы 180 һумдан артмаясаҡ.
“Агростартап”ты финанслау ауыл хужалығын үҫтереү буйынса милли проект сиктәрендә башҡарыла. Быйыл ауыл хужалығы эшмәкәрҙәре өсөн 266 миллион һум аҡса бүләнәсәк.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: