Бөгөн Д. Хворостовский исемендәге хәйриә фонды, БСТ каналы, республиканың мәҙәниәт министрлығы “Бергәләшеп балалар өсөн” тип аталған хәйриә телемарафоны үткәрә.
Матур йырлы-моңло саранан ситтә ҡалмаҫ өсөн, 19:00 сәғәттә БСТ каналын тоҡандырырға һәм ауыр хәлдә ҡалып, кисекмәҫтән медицина ярҙамына мохтаж булған өс сабыйға ярҙам итеү мөмкинселеге бар. Бының өсөн 3434 номерына ДХ тип яҙғандан һуң ебәреләсәк сумманы күрһәтергә кәрәк.