Мәғлүм булыуынса, Рәсәй президенты Владимир Путин һуңғы мөрәжәғәтендә пандемия шарттарында яңы социаль ярҙам саралары хаҡында белдерҙе. Шулай итеп, 1 июндән 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға бер тапҡыр 10 мең һум күләмендә аҡса бирелә башланы. Ә 3 йәшкә тиклем балаларға апрель, май, июнь айҙары өсөн 5-әр мең һум аҡса түләнә. Шулай уҡ аҙ килемле балалы ғаиләләргә (ғаиләлә бер кешегә тура килгән йәшәү минимумынан кәмерәк булһа) социаль ярҙам күрһәтеләсәк. Уларға ай һайын йәшәү минимумының яртыһы күләмендә аҡса биреләсәк.