Баҡтиһәң, бауырҙа ауыртыу рецепторҙары юҡ, шуға ул һиҙҙермәй генә тарҡала. Ундай проблемаларҙың билдәләре: хәлһеҙлек, арыу, нервылар ҡаҡшау, тиҙ ярһыу, тирләү, артыҡ ауырлыҡ, йөрәк сәнсеү, ҡан баҫымы уйнау. Ҡыҫҡаһы, бауыр үҙе ауыртмай, әммә барлыҡ ағзалар быны һиҙҙерә. Ауырыуҙы тәүге стадияһында тапһалар, әлбиттә, быға шатланырға кәрәк. Хәҙер бауыр эшмәкәрлегенә ярҙам итә торған дарыуҙар күп, табип билдәләгән дауаларҙы етди үтәү кәрәк.