Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 11:15

Хәҙер “Ауыл сәғәте” лә бар

Ул ни өсөн кәрәк?

Башҡортостан Башлығының эш графигында “Ауыл сәғәте” барлыҡҡа килде. Унда агросәнәғәт комплексындағы көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ.
“Ауыл сәғәте”нең тәүге ултырышы бөгөн үтә. Сарала республикала малсылыҡ тармағы үҫешенең киләсәге хаҡында һөйләшеү буласаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан ит етештереү буйынса илдең иң яҡшы ун төбәгенә инә. Дөйөм Рәсәй күләмендә төбәк ите өс процент тәшкил итә. Ә һыйыр ите буйынса республика тәүге урынды биләй. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары” милли проекты сиктәрендә эшләгән дәүләт программалары был юҫыҡта тос өлөш индерә.
Читайте нас: