WhatsApp ҡушымтаһын уйлап тапҡан Ян Коум йәшлегендә бик ауыр йәшәгән, талонға тамаҡ туйҙырған. Ул Украинала тыуа, унан һуң АҠШ-ҡа күсеп китә. Атай-әсәһе үлгәс, уҡыуын ташлай һәм интернет-компанияла эшләй башлай. Һуңыраҡ танышы Брайан Актон менән мобиль ҡушымта уйлап табып, шунан байып киткән. Хәҙер 43 йәшлек Ян Коумбдың байлығы - 9,2 милиард доллар.