Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин кәштәлерендә лә күбәйҙе.
Баҡтиһәң, имбир менән дуҫлашыу тәмәкене ташларға ла ярҙам итә. Ул витмаиндар, микроэлементтар, эфир майҙарына бай. Үҙегеҙ менән һәр ваҡыт имбир йөрөтөгөҙ, тәмәке тартаһы килһә, уның тамырын сәйнәгеҙ. Ул кәнфит һурыуҙан күпкә һөҙөмтәлерәк.
Бынан тыш, имбирле эсемлек әҙерләргә була. Бер уртаса ҙурлыҡтағы имбир тамырын ҡырғыстан үткәрергә, уға бер лимон һуты һәм 100 мл.ҡайнар һыу ҡушырға. Теләгән кеше бер сәй ҡалағы бал да өҫтәй ала. Имбир йүтәлгә яҡшы дауа. Тәмәкесе йүтәле борсоғанда, унан да һөҙөмтәлерәк сара табыу ауыр. Был эсемлекте көн дауамында аҙлап эсәргә кәрәк. Ул организмды токсиндарҙан таҙарта, никотинға тартылыуҙы еңергә ярҙам итә.