Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 21:25

Таулы Алтайҙан еңеү менән

Быйыл Алтай Республикаһының баш ҡалаһы Таулы Алтайҙа төрки телдәре, әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһы дистанцион форматта уҙғарылды. Яңыраҡ ҡына үткән "Филология. Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәттәре (төрки телдәр төркөмө)" олимпиадаһына Алтай, Башҡортостан, Тыва, Саха-Яҡут Республикалары командалары ҡатнашты. Ҡатнашыусылар Moodle платформаһында иҫке төрки телендәге рун яҙмалары, төрки халыҡтарының хәҙерге грамматикаһы, әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса белемдәренә һынау тотто. Олимпиада барышында түңәрәк өҫтәл һәм төрки халыҡтарының гастрономик фестивале лә уҙҙы. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса алты команда араһынан беҙҙең Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары командаһы II урын яуланы.

Шулай уҡ «Төрки халыҡтары телдәре» йүнәлеше буйынса II дәрәжә диплом менән – Солтанова Лилиә, III дәрәжә диплом менән – Шафиҡова Гөлиә, «Төрки халыҡтары фольклоры» йүнәлеше буйынса III дәрәжә диплом менән Ҡотләхмәтова Эльнара бүләкләнде.

"Төрки телдәренең фолькорын иң яҡшы белеүсе" номинацияһына – Ғафарова Гөлдәр, "Төрки халыҡтарының әҙәбитен төплө белеүсе" номинацияһына – Ғаймалова Айһылыу һәм "Төрки телдәренең лексикология өлкәһен иң яҡшы белеүсе" номинацияһына Саникина Сулпан лайыҡ булды. Бынан тыш, фәнни эштәр конкурсында Ҡотләхмәтова Эльнара III дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары олимпиадала йыл һайын ҡатнаша. Үткән йылдарҙа ла беҙҙең студенттар был сарала әүҙем ҡатнашып, юғары баһаға лайыҡ булғайны. Бөтә төрки ҡәрҙәштәр менән беҙҙе матур дуҫлыҡ бәйләнеш ептәре берләштерә.

Факультетыбыҙҙың бай тәжрибәле уҡытыусыларына командабыҙҙы ярышҡа әҙерләгән өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Читайте нас: