Ҡайһы берәүҙәр иртән торғас, ике-өс стакан һыу эсә. Баҡтиһәң, ас ҡарынға был тиклем һыу эсергә ярамай икән. Артыҡ шыйыҡлыҡ бөйөрҙәргә көсөргәнеш бирә, шешенеүгә килтереүе мөмкин.
Иң элек теште таҙартығыҙ, ауыҙҙы сайҡағыҙ. Иртән ныҡ эсәһе килеү кистән күп ашап ятыуҙан да булыуы мөмкин. Холецистит, ҡанда шәкәр юғарыу булыу, бөйөр ауырыуҙарынан да тамаҡ кибергә мөмкин. Шуға күрә табипҡа күренергә кәрәк.