Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 23:20

Ирҙәрҙә климакс буламы?

Бының сәбәбе нимәлә?

Ҡатын-ҡыҙҙарҙа билдәле бер йәшкә еткәс, климакс башлана. Ир-аттарҙа бындай хәл буламы, булһа, уның билдәләре ниндәй?
Табиптар билдәләүенсә, ир-аттарҙың да ҡанында гормондар дәрәжәһе төшкән ваҡыт бар. Ул, ғәҙәттә, яҡынса 60 йәштәр тирәһендә күҙәтелә, андропауза тип атала. Был осорҙа ир-аттың енси теләге кәмей, йыш кәйефе төшә. Ғаиләлә тыныслыҡ, аңлашып йәшәү ир-ат организмындағы үҙгәрештәрҙе еңелерәк үткәреп ебәрергә ярҙам итә.
Артыҡ ауырлыҡ, шәкәр ауырыуы, гипертония, атеросклероз, насар ғәҙәттәр, тәртипһеҙ енси тормош андропаузаны тиҙләтә, бик иртә енси көсһөҙлөккә килтерә. Ир-аттар 40 йәштән һуң сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ булырға тейеш.
Читайте нас: