Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 21:15

Мортаза Рәхимовта ла әлеге ауырыу шикелле

Хәле нисек?

Ярата беҙҙең халыҡ имеш-мимеште тыңларға. Яҡшыһын бик үк ишетеп бармаһаҡ та, яманына ҡолағыбыҙ хәтәр сос. Унан күршеләргә һөрән һалабыҙ: шулай икән дә һә, былай, тиҙәр. Тәүге президентыбыҙ Мортаза Рәхимов хаҡында бөгөн ҡурҡыныс хәбәр тараттылар, имеш, уға ла теге коронавирус инфекцияһы йоҡҡан.
“Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүге президентыбыҙ күҙ сире буйынса дауалана. Анализ һөҙөмтәһе унда ҡурҡыныс ауырыу булмауын күрһәткән. Бөгөн Мортаза Рәхимовҡа 86 йәш, хәле уртаса тип белдерәләр.
Һеҙҙең тиҙерәк шәбәйеүегеҙҙе теләйбеҙ хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Читайте нас: