Рәсәй төбәктәре әкренләп коронавирус пандемияһынан сыға башланы. Мәҫәлән, Красноярск крайында пропуск тәртибен бөтөрҙөләр, магазиндар, көнкүреш хеҙмәте күрһәткән предприятиелар эшләй башланы. Пятигорскиҙа ҡалаған ингән урында пропуск пунктын алып ташланылар. Рәсәй президенты Владимир Путин сикләүҙән тыныс һәм аңлы рәүештә сығырға кәрәклеген белдерҙе.