Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 23:05

Артист иҫерек булған

Артист Михаил Ефремовты белмәгән кеше бармы икән! Үҙенсәлекле образдары өсөн яратты уны халыҡ. Әммә уның һуңғы ваҡытта “йәшел йылан” менән дуҫлығына әленән-әле шаһит булабыҙ. Кисә ул эскән килеш рулгә ултырып, Мәскәүҙә ҙур бәлә сығарған. Смоленск майҙанында артист “джип”ы менән ҡаршы һыҙатҡа барып сыға һәм “Лада” фургонына барып бәрелә. “Лада”лағы 58 йәшлек Сергей Захаров ныҡ имгәнә, башы йәрәхәтләнә, ул дауаханала вафат була. Актер үҙе әллә ни зыян күрмәй. Уны 12 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.

Читайте нас: