Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 23:35

Балды нисек һайларға?

Уны 37 градустан артыҡ йылытырға ярамай

Балды кем генә яратмай икән? Шулай ҙа һуңғы осорҙа ялған бал һатыусылар ҙа осрай. Берәүҙәр - яҡшы, ысын бал шыйыҡ булырға, икенселәр кристаллашырға, беҙҙеңсә, шәкәрәләнергә тейеш тип уйлай. Өсөнсөләр бал аҡ төҫтә булмай, ул шәкәр ҡушҡанға ағара тиһә, бәғзеләр аҡ бал - иң яҡшы дауалай торған ризыҡ, тиҙәр. Ысын балды нисек һайларға һуң?
Яҡшы сифатлы балдың төп күрһәткесе - ауыҙ ҡамаштыра торған булыуы, тамаҡ төбөндә оҙаҡҡа ҡала торған тәме һәм, бал ҡапҡас, тиҙерәк һыу эске килеү тойғоһо.
Әгәр банка төбөндә нимәлер ултыра икән, был насар бал.
яңы һурҙырылған бал йәй аҙағы - көҙ башында шыйыҡ була.
Йүкә балы - асыҡ һары төҫтә, көслө үҙенсәлекле еҫле. Шәкәрләнгәндә алтынһыу аҡһыл төҫкә инә.
Аҡ акация балы - төҫһөҙ, һыу шикелле үтә күренмәле. Әкрен шәкәрләнә, оҙаҡ ваҡыт шыйыҡ ҡала. Шәкәрләнгәндә ҡар кеүек ап-аҡ була.
Ҡарабойҙай балы - ҡыҙғылт-ҡараңғы төҫтә, үҙенсәлекле тәмле, Шәкәрләнгәндә бутҡа һымаҡ массаға әүерелә.
Бәпембә балы - шыйыҡ килеш алтынһыу төҫтә, ләкин бик тиҙ шәкәрләнә.
Балды ағас һауытта һаҡларға кәңәш итәләр. Уны 37 градустан артыҡ йылытырға ярамай, артыҡ эҫелектән ул ферментатив сифатын юғалта, уның тәме, төҫө һәм еҫе юғала.
Читайте нас: