Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 19:15

Урама

Байрам табынын йәмләүсе һәм биҙәүсе тәмле ризыҡ Урама әҙерләйек Кәрәк була: 4 йомортҡа; 1 аш ҡалағы аш һеркәһе; семтеп генә тоҙ, кәрәгенсә он. Әҙерләү: Ошоларҙың барыһынан да ҡамыр баҫырға, һалма йәйгән кеүек йәйеп, 4-5 см. яҫылығында итеп, ситтәрен матурлап, оҙонсалай ҡырҡып сығырға. Оҙонса ағастан таяҡ кәрәк, шуға һалманы урайбыҙ ҙа ҡайнар эҫе көнбағыш майында бешереп алабыҙ. Эҫе майға төшөрөү менән таяҡты болғап өйрөлтөп торор кәрәк. Урама бешкән һайын ҙурая бара. Икенсе яғын да әйләндереп бешереп алабыҙ тиҙ генә. Бешеп сыҡҡан әҙер урамаларға шәкәр пудраһын һибеп сығырға йә иретелгән шыйыҡ бал да ҡойоп сығырға була. Ризығығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!"Фәйҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

Байрам табынын йәмләүсе һәм биҙәүсе тәмле ризыҡ Урама әҙерләйек

Кәрәк була:

4 йомортҡа; 1 аш ҡалағы аш һеркәһе; семтеп генә тоҙ, кәрәгенсә он.

Әҙерләү:

Ошоларҙың барыһынан да ҡамыр баҫырға, һалма йәйгән кеүек йәйеп, 4-5 см. яҫылығында итеп, ситтәрен матурлап, оҙонсалай ҡырҡып сығырға.

Оҙонса ағастан таяҡ кәрәк, шуға һалманы урайбыҙ ҙа ҡайнар эҫе көнбағыш майында бешереп алабыҙ. Эҫе майға төшөрөү менән таяҡты болғап өйрөлтөп торор кәрәк. Урама бешкән һайын ҙурая бара. Икенсе яғын да әйләндереп бешереп алабыҙ тиҙ генә. Бешеп сыҡҡан әҙер урамаларға шәкәр пудраһын һибеп сығырға йә иретелгән шыйыҡ бал да ҡойоп сығырға була.

Ризығығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!
"Фәйҙалы кәңәштәр" төркөмөнән
Читайте нас: