Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 01:05

Бәхил бул, Сулпан!

Уның ҡыҙы етем ҡалды.

Башҡорт дәүләт филармонияһының элекке артисы Сулпан Хөсәйенова ҡапыл вафат булды. Уға 43 йәш ине.
Сулпан М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында гример-постижер булып эшләгән. Һуңғы көндәрҙә йөрәге ауыртыуға зарланған, фатирында вафат булған. Уның ҡыҙы етем ҡалды.
Сулан Өфө сәнғәт училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Тамашасылар уны һөйләү жанры артисы, концерттарҙы алып барыусы, эстрада төркөмдәренең йырсыһы итеп хәтерләй. Мәрхүмә менән хушлашыу 11 июндә сәғәт 10-да Свердлов урамында 47-се йортта була. Мәрхүмәнең атаһы – Башҡорт дәүләт драма театры артисы Әхәт Хөсәйеновтың, шулай уҡ туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Башинформ”
Читайте нас: