Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәүсе Минзилә Яҡуп ҡыҙы Шаһиева менән Минзилә Нотфулла ҡыҙы Мәмәтҡолова ла: “Быуындар араһындағы рухи сылбырҙы бәйләп тороусы яратҡан баҫмаларыбыҙҙың береһе. Унда төрлө йәштәгеләр өсөн дә фәһемле материалдар табып уҡырға була”, - тиҙәр.
Әйткәндәй, улар, икеһе лә, оҙаҡ йылдар Юлыҡ мәктәбендә балалар уҡытып һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалғандар, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар.