Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 16:50

Хакимиәт башлығы эскәнме?

Ҡатындың хәле нисек?

ProUfu порталы кисә Шаран-Андреевка автомобиль юлында Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафиндың юл фажиғәһенә тарыуы хаҡында хәбәр итә. Ваҡиға киске сәғәт унынсы яртыла эштән ҡайтып барғанда була. Уға трассала йәнәш юлдан ҡапыл килеп сыҡҡан автомобиль килеп бәрелә. Икенсе автомобилдең водителе ҡатын кеше була, ул ныҡ ҡына йәрәхәтләнә, баш мейеһе һелкенгән. Шулай ҙа уның сәләмәтлегенә ул тиклем ҡурҡыныс янамай, тип белдерә табиптар. Илдар Мостафин үҙ теләге менән иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу-ҡулланмауға медицина тикшереүе үткән. Ҡанында алкоголь булмаған. Юл фажиғәһенә икенсе машиналағы водитель ғәйепле.
Фото: ProUfu.
Читайте нас: