1 июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнө тип билдәләнде. Ошо сараға юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһы доценты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы доценты Тимур Ҡасимов үҙ фекерен белдерҙе. “Һайлау участкаларына барғанда коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу сараларын күреү мөһим. Ошо көндәрҙә һайлау участкаларында ла саралар күреләсәк”, – тине Тимур Салауат улы.
Шулай итеп, сара“Роспотребнадзор” ҡушҡан барлыҡ талаптарҙы күҙ уңында тотоп үтәсәк. Бының өсөн битлек, бирсәткә һәм шәхси авторучканы файҙаланырға кәрәк. Тауыш биреү көнөндә бинала йәки өйҙә, башҡа тауыш биреү өсөн йыһазландырылған урында тауыш биргәндә айырым тәртип билдәләнгән.
Бинала тауыш биргәндә, уға тауыш биреү өсөн ингәндә хәрәкәт итеү өсөн һыҙылған һыҙаттарҙан (күрһәткестәрҙән) ситкә сыҡмаҫҡа, йәғни эргә-тирәләге кешеләрҙән хәүефһеҙ арауыҡты һаҡларға кәрәк. Ул, билдәле булыуынса, 1,5 – 2 метр тәшкил итә.
Битлек кейеү, мотлаҡ тән температураһын үлсәтеү, ҡулдарҙы дезинфекциялау өсөн антисептик саралар файҙаланыу зарур. Аҙыҡ ашау, эсемлектәр ҡулланыу һәм ҡул бирешеү ҡәтғи тыйыла.