Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 09:32

Яман шештән дә һаҡлай

Был йәшелсәлә шәкәр алма менән грушанан да күберәк.

Һуғанда йөрәк эшмәкәрлеге өсөн барлыҡ файҙалы микроэлементтар бар. Унда С,В төркөмө витаминдары, фолий кислотаһы, марганец, калий, көкөрт, тимер күп.
Шәмәхә һуған йөрәккә шифалыраҡ. Унда ҡан тамырҙарының һығылмалығын арттыра, йөрәк өйәнәгенән һаҡлай торған кверцетин матдәһе бар.
Һуған иммунитетты нығыта, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай, атеросклерозды киҫәтергә, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләргә булыша. Был йәшелсәлә шәкәр алма менән грушанан да күберәк.
Ҡытай ғалимдары һуғандың барлыҡ төрҙәренең дә йыуан эсәк яман шешенән һаҡлауын асыҡлаған. Яман шеште киҫәтеү өсөн йылына бер кешегә 16 килограмм һуған ашарға кәңәш итәләр.
Фото: countrycrest.ie
Читайте нас: