Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2020, 17:13

Матурлыҡ конкурсы онлайн форматта үтә

"Мисс Башҡортостан" моделдәр агентлығы йыл һайын төрлө матурлыҡ конкурстары, уҡыуҙар ойоштороп тора. Коронавирус пандемияһы башланыу сәбәпле, был саралар көҙгә тиклем кисектерелеп торһа ла, агентлыҡ эшен туҡтатманы. Әлеге ваҡытта 14-25 йәшлек һылыуҡайҙар өсөн "Мисс Башҡортостан Онлайн -2020" конкурсы старт ала. Агентлыҡ етәксеһе Луиза Зәкирйәнова хәбәр итеүенсә, унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар30 июнгә тиклем ҡабул ителә, ә бәйге өс этапта (фотоконкурс, видеовизитка һәм видеодефиле) үтәсәк.Һөҙөмтәләр буйынса өс еңеүсе билдәләнәсәк, уларға моделдәр мәктәбендә уҡыу өсөн сертификат тапшырыла һәм көҙ үтәсәк "Мисс Башҡортостан" матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән "Бәйләнештә" селтәрендәге агентлыҡ төркөмөндә танышырға була.Фотола: агентлыҡ ойошторған конкурс еңеүселәре. Рәсми сығанаҡтан алынды.

"Мисс Башҡортостан" моделдәр агентлығы йыл һайын төрлө матурлыҡ конкурстары, уҡыуҙар ойоштороп тора. Коронавирус пандемияһы башланыу сәбәпле, был саралар көҙгә тиклем кисектерелеп торһа ла, агентлыҡ эшен туҡтатманы. Әлеге ваҡытта 14-25 йәшлек һылыуҡайҙар өсөн "Мисс Башҡортостан Онлайн -2020" конкурсы старт ала. Агентлыҡ етәксеһе Луиза Зәкирйәнова хәбәр итеүенсә, унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар30 июнгә тиклем ҡабул ителә, ә бәйге өс этапта (фотоконкурс, видеовизитка һәм видеодефиле) үтәсәк.
Һөҙөмтәләр буйынса өс еңеүсе билдәләнәсәк, уларға моделдәр мәктәбендә уҡыу өсөн сертификат тапшырыла һәм көҙ үтәсәк "Мисс Башҡортостан" матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән "Бәйләнештә" селтәрендәге агентлыҡ төркөмөндә танышырға була.
Фотола: агентлыҡ ойошторған конкурс еңеүселәре. Рәсми сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: