Ҡазан ҡалаһында Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыла. Уны Татарстан республикаһында үтәсәк Башҡортостан көндәре барышында асыу планлаштырыла. Һәйкәлде Ырымбур тракты янындағы майҙансыҡта урынлаштырыу ҡарала. Проект буйынса янында сквер һәм ял итеү урыны төҙөлә. Ул туристик объект ҡына булып ҡалмаясаҡ, ә ике милли республика араһындағы дуҫлыҡ символына әүереләсәк.