Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2020, 19:45

Яңы уҡыу йылы нисек булыр?

Күңелле тамамланды тип әйтеп булмай быйылғы уҡыу йылын. Бигерәк тә сығарылыш класс уҡыусыларының өмөтө аҡланманы – матур кисәләр, парлашып бейеүҙәр тормошҡа ашмаған хыял булып ҡына ҡалды. Ә киләһе уҡыу йылы нисек булыр һуң? Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов ошо көндәрҙә белдереүенсә, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр 1 сентябрҙән уҡыуҙы ғәҙәти режимда башлар тип көтөлә. “Беҙ балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе 1 сентябрҙә ҡабул итергә әҙерләйбеҙ”, - ти Сергей Кравцов. Әлбиттә, әлегә бөтәһе лә ал да гөл тип әйтеп булмай. Шуға ла министр белем биреү ойошмаларына “Роспотребнадзор” кәңәштәрен үтәргә тура киләсәген иҫкәртә. Мәҫәлән, уҡыусыларға бүтән кластар менән аралашыуҙы сикләу, төрлө кластар өсөн дәрестәр һәм тәнәфестәрҙең башланыу ваҡытын төрлөсә ойоштороу тәҡдим ителәсәк.

Читайте нас: