Ғалимдар юғары ҡан баҫымын төшөрөүгә һәләтле аҙыҡтарҙы атаған.
Мәҫәлән, Германия табиптары тоҙ һәм тоҙло аҙыҡтарҙы кәметергә кәңәш итә. Шулай уҡ шәкәр күләме күп булған ризыҡтан, аҡ ондан әҙерләнгәндәрҙән, чипсы, фри бәрәңгеһе һәм башҡа ҡыҙҙырылған ашамлыҡтарҙан һаҡ булырға кәрәк. Бынан тыш, рационда колбаса һәм ҡыҙыл ит, ҡаҡлаған аҙыҡтар, консервалар, сырҙар ҙа ҙур урынды алып тормаҫҡа тейеш. Иҫерткес эсемлектәрҙең дә ҡан баҫымын күтәреүен иҫтә тоторға кәрәк.
Рационда тоҙҙо, майҙы үҙләштеререргә ярҙам итә торған майоран, розмарин һәм тимьян кеүек үләндәр менән алыштырырға мөмкин. Һарымһаҡты ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк – ул ҡан баҫымын төшөрөргә һәм ҡандағы холестерин күләмен кәметергә ярҙам итә. Көндәлек меню шулай уҡ еләк-емеш, йәшелсә, япраҡлы йәшелсә, бөртөклө аҙыҡтарҙы үҙ эсенә алырға тейеш. Сәтләүектәрҙе ҡабымлыҡ сифатында ҡулланырға мөмкин. Етен майы, диңгеҙ балыҡтары, айырыуса скумбрия булырға тейеш. Уларҙың составындағы омега-3 май кислоталары ҡан тамырҙарын һаҡларға, ҡан баҫымын төшөрөргә һәләтле. Ә эсемлек сифатында йәшел сәй йәки үлән сәйе ҡулланырға кәрәк.