Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2020, 22:05

Аскорбинка ярҙамға килер

Ул нимәнән һаҡлай?

Табиптар билдәләүенсә, уҡыусыларҙың 80 процентына иң ябай "С" витамины етмәй икән. Баҡтиһәң, ул бик тиҙ тарҡалыусан, йәшелсәнән юҡ итеү өсөн ризыҡты йылытыу йә оҙағыраҡ һаҡлау ҙа етә.
Уны организмда, мәҫәлән, "Д" витамины һымаҡ һаҡлап булмай, ул беҙгә өҙлөкһөҙ килеп торорға тейеш. Тап шул витамин беҙҙең организмдың иммунитетын көсәйтә лә инде. Шуға күрә лә ябай “Аскорбинка” һеҙҙе тымауҙан да, киҙеүҙән дә һаҡлай ала.
"С" витаминына (аскорбинкаға) гөлйемеш, ҡара ҡарағат, һуған, тоҙланған кәбеҫтә бик бай.
Организмда аскорбинканың етмәүен теш ҡаҙналарының ҡанауы, тик торғанда тән күгәреү, тиренең ҡоролоғо, сәс ҡойолоуы, йыш тымау тейеүе күрһәтә. Үҫмерҙәрҙә тәүлегенә 60-70 миллиграмм аскорбин кислотаһы тәҡдим ителә.
Читайте нас: