Республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда Өфөлә урамдарҙа 112 участок тейешле тәртипкә килтерелгән. Быйыл иһә юл төҙөлөшө миҙгелендә төрлө юлдарҙа 22 участокты йүнәтеү планлаштырылған. Бынан тыш, Өфөлә светофорҙар ҙа арта. Был үҙ сиратында юл фажиғәләрен кәметеүгә етди булышлыҡ итә.