Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 15:00

Хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын яҡлай

Ул әлеге көндә көсөнә инмәһә лә унда нығытылған гарантиялар бөгөн үк ғәмәләгә ашырыла.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләргә ҡарата фекере менән уртаҡлашты:
“Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү 1 июлдә уҙасаҡ. Ул әлеге көндә көсөнә инмәһә лә унда нығытылған гарантиялар бөгөн үк ғәмәләгә ашырыла. Уйлап ҡараһаң, бында бер ниндәй ҙә асыш юҡ, бөтәһе лә законлы. Владимир Владимирович Путиндың етәкселеге аҫтындағы 20 йыллыҡ хеҙмәт һәм ил үҫеше үҙ емешен бирә. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм мәшғүллекте һаҡлау буйынса саралар Конституциялағы хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын нығытҡан тәҡдимде сағылдыра ла инде. Балалы ғаиләләргә түләүҙәр дәүләттең киләсәген хәстәрләүе хаҡында һөйләй.
Конституцияға төҙәтмәләр әле үк беҙҙең тормошобоҙға инде. Беҙ ҡануниәттәге үҙенсәлекле күренеште күҙәтәбеҙ – улар ҡабул ителмәһә лә, әле үк ҡануниәттең хоҡуҡи тулыланыуын билдәләй.
Тауыш биреүҙең хәүефһеҙлегенә килгәндә: Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы үткән аҙнала һайлау участкаларының бөтә ил буйынса эшләйәсәк ҡаты санитар стандарттарын күрһәтте. Эксперттар билдәләүенсә, был магазинға барғанға ҡарағанда ла хәүефһеҙ буласаҡ.
Читайте нас: