Башҡортостан Республикаһы хакимиәтендә үткән кәңәшмәнәнән мөһим ваҡиғалар:
15 июндән ҡулайлаштырлыған пляждар эшләй башлай. Был, тәүге сиратта, батып үлеүселәр һаны артыу менән бәйле.
29 июндән республика шифаханалары, ял йорттары асыла. Уларҙың эшмәкәрлеге Роспотребнадзор талаптарына тап килергә тейеш.
Мәктәп уҡыусылары 1 июлдән ҡала ситендәге, 3 июлдән мәктәп янындағы лагерҙарҙа ял итә ала. Фитнес үҙәкрәҙә 22 июндә шөғәлләнә башларға мөмкин буласаҡ. Башҡа спорт үҙәктәре 29 июндә асыласаҡ.
Бирсәткә һәм битлектәрҙә йөрөү нормалары ла үҙгәртелә.
Алтмыш биш йәштән өлкән кешеләр элеккесә ҡурсаланыу режымын үтрәгә тейеш.