Шоңҡар
-19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 01:25

Нәҫел ебе лә затлыларҙан була

Ижад юлы ун йылдан артмаһа ла, киң йөкмәткеле, төрлө формалы шаҡтай бай поэтик мираҫ ҡалдырған Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлынан ун ваҡиға#Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана

  1. Ш. Бабичтың шәжәрә тамырҙары башҡорттоң дыуан ырыу аҫабаларына барып тоташа. Бәбес – уның улы Мөхтәр, уның улы Ишбулды – уның улы Ғилуан – уның улы Мөхәмәтзакир – уның улы Шәйехзада. Аҫаба башҡорт Бабичевтар туған халҡына, башҡорт иленә, уртаҡ ватан Рәсәйгә һәр саҡ тоғро хеҙмәт иткән, яңылыҡты яҡлаған, мәғрифәт һәм мәҙәниәт нурҙары сәскән.
  2. Шағирҙың атаһы Мөхәмәтзәкир Ғилуан улы1888 йылда Әсән ауылына икенсе мәхәлләһенә мулла итеп ебәрелә. Әсәндәр араһында ул тиҙ абруй ҡаҙанған, имам вазифаһын башҡарыу менән бергә, ауыл мәҙрәсәһендә балаларға һаҡбаҡ та биргән.
  3. Шәйехзада Бабич 1859 йылдың 2 ғинуарында Дүртөйлө районының Әсән ауылында донъяға килгән.
  4. Тамырҙары менән башҡорттоң ил ағалары, уҙаман аҡһаҡалдары булған затҡа барып тоташҡан шағир бәләкәстән уҡыуға зирәк була, китаптарҙы йотлоғоп уҡый.
  5. 1910 йылда тыуған ауылын, уҡыған мәҙрәсәһен ташлап уҡыуын артабан юғарыраҡ ерҙәрҙә дауам иттерергә аҡса эшләй маҡсатында Ҡаҙағстанға юллана. Унда балалар уҡыта.
  6. Икенсе йылына “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡый. Йәйҙәрен иһә тағы ла Ҡаҙағстанға барып белем бирә.
  7. 1916 йылда мәҙрәсәне тамамлағандан һуң Ш. Бабич бер йыл самаһы Троицк ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй. Бында ул Февраль революцияһын ҡаршы ала, хөрриәт, матур көндәр хаҡында өмөт, шатлыҡ хистәре менән һуғарылған шиғырҙарын ижад итә. 1917 йылдың йәйендә шағир яңынан Өфөгә ҡайта һәм шунда уҡ йәмәғәт эштәренең, мәҙәни тормоштоң үҙәгендә ҡайнай башлай. Бер генә әҙәби-музыкаль сара ла уның ҡатнашлығынан тыш уҙмай
  8. Ошо уҡ йылдың көҙөндә милли хәрәкәткә ҡушыла. Зәки Вәлидиҙең етәкселегендә халҡын уяулыҡҡа шиғырҙары аша өндәй. Унда уны Башҡортостан өлкә советының сәркәтибе һәм бер үк ваҡытта “Башҡорт” гәзитенең мөхәррире итеп һайлайҙар.
  9. 1919 йылдың мартында башҡорт хөкүмәтенең архивын һәм типографияһын тейәп, ҙур булмаған атлы отряд оҙатыуында Темәстән Мораҡҡа ҡарай юллана. Ошо юлда йәш шағир һәләкәткә осрай ҙа инде. 1919 йылдың 29 мартында ҡыҙылдар шағирҙы йыртҡыстарса язалап үлтерә.
  10. Бөгөнгө көндә Шәйехзада Бабич ижады менән билдәле әҙәбиәтсе ғалимдарҙың береһе Ғиниәт Ҡунафин ентекле өйрәнә. Әҙәбиәт теорияһы, тарихи поэтика мәсьәләләре, ижади портреттар, әҙәби тәнҡит мәҡәләләренең тупланмаһы булған уның “Замандарҙың рухи балҡышы” тип аталған ғилми хеҙмәтендә лә Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлын өйрәнеүгә арналған “Сәсте һәм сәсә ул күңеле нурын халҡына” тип аталған мәҡәләһен миҫалға килтереү ҙә етә.
  11. Читайте нас: