Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 10:45

Орейро Рәсәй гражданины булырмы?

Ике тиҫтә йыл самаһы Рәсәйгә беренсе тапҡыр килгәс тә, ҡунаҡсыл халҡы тәүге осрашыуҙа уҡ унда йылы тәьҫораттар ҡалдырған була

Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек барыбыҙҙа яратып ҡараған “Ҡырағай фәрештә” киносериалының төп геройы Наталья Орейро Рәсәйгә йыш килә. Яңыраҡ Иван Урганттың шоуында ҡунаҡта ваҡытта ла алып барыусы ошо хаҡта әйтеп үткәс, уругвай “йондоҙ”о, ысынлап та, Рәсәй гражданины булырға теләге барлығы тураһында хәбәр итә. Хатта ошо мәсьәлә буйынса документтарын тейешле органдарға тапшырып яуап та көтә икән.
Әйткәндәй, унда әлеге мәлдә егермегә яҡын илдең паспорты бар. Ике тиҫтә йыл самаһы Рәсәйгә беренсе тапҡыр килгәс тә, ҡунаҡсыл халҡы тәүге осрашыуҙа уҡ унда йылы тәьҫораттар ҡалдырған була.
Читайте нас: