Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 11:30

Аҡыл менән уйлап тауыш бирергә кәрәк

25 июндән 1 июлгә тиклем илебеҙҙә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Төҙәтмәләрҙең береһе президент мөҙҙәттәрен бөтөрөүгә ҡағыла. Был үҙгәреш Владимир Путинға тағы ла ике тапҡыр дәүләт башлығы вазифаһына һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғы бирәсәк. Ошоға бәйле Спутник FM Һайлаусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса “Граждандар контроле” ассоциацияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Валех Аббасовтың фекере менән уртаҡлашты. “Был төҙәтмәгә “эйе” йәки “юҡ” тип тауыш бирер алдынан рәсәйҙәр илдәге әлеге хәл-торошто айыҡ аҡыл менән баһаларға тейеш”, - тине ул.“Мин бөтә ғүмер дауамында ике мөҙҙәт етә, тип һанайым. Әммә, икенсе яҡтан, әгәр система эшләй, ил үҫешә икән, бер үк кешенең нисәлер тапҡыр һайланыуында бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ. Шуға күрә тауыш биргән саҡта беҙ түбәндәге һорауҙарға яуап бирергә тейешбеҙ: бынан файҙа бармы? Нимә мөһимерәк: тотороҡлолоҡто һаҡлаумы, әллә һәр дүрт йыл һайын президент алмаштырыумы? Барыһы ла беҙҙән тора!”Власта тотороҡлолоҡ булған осраҡта ғына беҙ донъяуи иҡтисади көрсөктө шаңҡыу кисермәйенсә йырып сығасаҡбыҙ. Президент мөҙҙәттәрен бөтөрөү әлеге тотороҡлолоҡто һаҡлауға булышлыҡ итәсәк. “Демократия сүрәтендә илебеҙгә тағырға тырышҡан үҙгәрештәр һәр осраҡта ла яҡшыға килтермәйәсәк”, - ти Валех Аббасов.“Беҙгә, һәр кем айырым, үҙаллылыҡта йәшәһен өсөн, Советтар Союзын тарҡатырға кәрәк, тинеләр. Шул уҡ ваҡытта әлеге кәңәште биргән европалар үҙҙәре берләште. Мин Евросоюздың нисек барлыҡҡа килеүен, “евро” тип аталған аҡса берәмегенең әйләнешкә индерелеүен иҫләйем. Ни өсөн улар СССР-ҙағыса берләшергә теләне, ә беҙҙе тарҡалыуға этәрҙе?Ҡайһы бер иҡтисадсылар фекеренсә, иҡтисадтың уңышлы үҫеше өсөн кәм тигәндә 300 миллион ҡулланыусы кәрәк. Мәҫәлән, ҡулланыусылар һаны әлеге күрһәткестән күберәк булған АҠШ-ты алып ҡарайыҡ. Улар үҙ-үҙен етеш тормош менән тәьмин итә. СССР-ҙа ла яҡынса 300 миллион кеше йәшәне һәм яҡшы тормош өсөн барыһы ла булды.Европа берләште, ә беҙҙең оппозицион көстәргә Советтар Союзын тарҡатыу өсөн аҡса бүленде... Беҙ көслөрәк булып киттекме? Юҡ!Үҙ илеңдең, үҙ халҡыңдың мәнфәғәттәренә таянып йәшәргә кәрәк, Рәсәйгә ялған демократияны тағырға тырышыусыларҙы тыңларға ярамай”, - тип һығымта яһаны Валех Аббасов.Быға тиклем президент мөҙҙәттәрен бөтөрөүҙе һәм Конституцияға индереләсәк башҡа үҙгәрештәрҙе Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы хупланы, шулай уҡ улар РФ Конституция Суды менән килешелде. Төп Законға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү 1 июлдә үтәсәк, был көн ял көнө тип иғлан ителде. Ә алдан тауыш биреү 25 июндә башлана. Әлеге ваҡытта тауыш биреүҙе хәүефһеҙ шарттарҙа үткәреү, санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәү буйынса маҡсатҡа ярашлы эштәр башҡарыла.“Башҡортостан” гәзитенән

25 июндән 1 июлгә тиклем илебеҙҙә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Төҙәтмәләрҙең береһе президент мөҙҙәттәрен бөтөрөүгә ҡағыла. Был үҙгәреш Владимир Путинға тағы ла ике тапҡыр дәүләт башлығы вазифаһына һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғы бирәсәк. Ошоға бәйле Спутник FM Һайлаусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса “Граждандар контроле” ассоциацияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Валех Аббасовтың фекере менән уртаҡлашты. “Был төҙәтмәгә “эйе” йәки “юҡ” тип тауыш бирер алдынан рәсәйҙәр илдәге әлеге хәл-торошто айыҡ аҡыл менән баһаларға тейеш”, - тине ул.
“Мин бөтә ғүмер дауамында ике мөҙҙәт етә, тип һанайым. Әммә, икенсе яҡтан, әгәр система эшләй, ил үҫешә икән, бер үк кешенең нисәлер тапҡыр һайланыуында бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ. Шуға күрә тауыш биргән саҡта беҙ түбәндәге һорауҙарға яуап бирергә тейешбеҙ: бынан файҙа бармы? Нимә мөһимерәк: тотороҡлолоҡто һаҡлаумы, әллә һәр дүрт йыл һайын президент алмаштырыумы? Барыһы ла беҙҙән тора!”
Власта тотороҡлолоҡ булған осраҡта ғына беҙ донъяуи иҡтисади көрсөктө шаңҡыу кисермәйенсә йырып сығасаҡбыҙ. Президент мөҙҙәттәрен бөтөрөү әлеге тотороҡлолоҡто һаҡлауға булышлыҡ итәсәк. “Демократия сүрәтендә илебеҙгә тағырға тырышҡан үҙгәрештәр һәр осраҡта ла яҡшыға килтермәйәсәк”, - ти Валех Аббасов.
“Беҙгә, һәр кем айырым, үҙаллылыҡта йәшәһен өсөн, Советтар Союзын тарҡатырға кәрәк, тинеләр. Шул уҡ ваҡытта әлеге кәңәште биргән европалар үҙҙәре берләште. Мин Евросоюздың нисек барлыҡҡа килеүен, “евро” тип аталған аҡса берәмегенең әйләнешкә индерелеүен иҫләйем. Ни өсөн улар СССР-ҙағыса берләшергә теләне, ә беҙҙе тарҡалыуға этәрҙе?
Ҡайһы бер иҡтисадсылар фекеренсә, иҡтисадтың уңышлы үҫеше өсөн кәм тигәндә 300 миллион ҡулланыусы кәрәк. Мәҫәлән, ҡулланыусылар һаны әлеге күрһәткестән күберәк булған АҠШ-ты алып ҡарайыҡ. Улар үҙ-үҙен етеш тормош менән тәьмин итә. СССР-ҙа ла яҡынса 300 миллион кеше йәшәне һәм яҡшы тормош өсөн барыһы ла булды.
Европа берләште, ә беҙҙең оппозицион көстәргә Советтар Союзын тарҡатыу өсөн аҡса бүленде... Беҙ көслөрәк булып киттекме? Юҡ!
Үҙ илеңдең, үҙ халҡыңдың мәнфәғәттәренә таянып йәшәргә кәрәк, Рәсәйгә ялған демократияны тағырға тырышыусыларҙы тыңларға ярамай”, - тип һығымта яһаны Валех Аббасов.
Быға тиклем президент мөҙҙәттәрен бөтөрөүҙе һәм Конституцияға индереләсәк башҡа үҙгәрештәрҙе Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы хупланы, шулай уҡ улар РФ Конституция Суды менән килешелде. Төп Законға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү 1 июлдә үтәсәк, был көн ял көнө тип иғлан ителде. Ә алдан тауыш биреү 25 июндә башлана. Әлеге ваҡытта тауыш биреүҙе хәүефһеҙ шарттарҙа үткәреү, санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәү буйынса маҡсатҡа ярашлы эштәр башҡарыла.
“Башҡортостан” гәзитенән
Читайте нас: