Өфө кешеһе Михаил Балабанов көрсөккә тиклем спорт тауарҙары магазинында эшләгән, ә пандемияла ул эшһеҙ ҡалған. Үҙенең тормошо хаҡында ир Владимир Путинға төбәк етәкселәре менән үткәргән видеоконференция мәлендә һөйләне. Михаил өс балаһына июндә аҡса алыуы, тиҙҙән сираттағы пособие киләсәге хаҡында белдерҙе һәм ауыр ваҡытта былар халыҡҡа ҙур ярҙам булыуына рәхмәт әйтте. Хәҙер Өфө кешеһе эш эҙләй, үҙенең шөғөлөн табыуына һәм эшен асыуына ышана. Путин Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына Михаилға ярҙам итергә ҡушты.