Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 20:00

Рәмил Шәмсетдиновты мыҫҡыл иткәндәрме?

Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновтың хәле нисек? Илдә коронавирус инфекцияһы ла ҡоторһа ла, егеттең яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусылар кәмемәйОшо көндәрҙә егеттең атаһы Сәлим Шәмсетдинов социаль селтәрҙәрҙә Мәскәүҙәге Сербский исемендәге үҙәккә психолог-психинфекцатрик экспертиза үткәргәндә табиптарҙың улын мыҫҡыллауы хаҡында белдерҙе. Уны кәмһеткәндәр, насар мөғәләмә иткәндәр.– Эксперттар һәм институт мөдире улымды мыҫҡыл иткән, уның шәхесен кәмһеткән. Шуға ла адвокаттар экспертиза һөҙөмтәләренең ғәҙел булыуына ышанмай, – тигән һалдаттың атаһы. Хәҙер Сәлим Шәмсетдинов һәм адвокаттар Рәмилдең экспертиза һөҙөмтәләрен баһалау өсөн Санкт-Петербургтың махсуслаштырылған клиникаһына ебәрергә йыйына.

Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновтың хәле нисек? Илдә коронавирус инфекцияһы ла ҡоторһа ла, егеттең яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусылар кәмемәй
Ошо көндәрҙә егеттең атаһы Сәлим Шәмсетдинов социаль селтәрҙәрҙә Мәскәүҙәге Сербский исемендәге үҙәккә психолог-психинфекцатрик экспертиза үткәргәндә табиптарҙың улын мыҫҡыллауы хаҡында белдерҙе. Уны кәмһеткәндәр, насар мөғәләмә иткәндәр.
– Эксперттар һәм институт мөдире улымды мыҫҡыл иткән, уның шәхесен кәмһеткән. Шуға ла адвокаттар экспертиза һөҙөмтәләренең ғәҙел булыуына ышанмай, – тигән һалдаттың атаһы. Хәҙер Сәлим
Шәмсетдинов һәм адвокаттар Рәмилдең экспертиза һөҙөмтәләрен баһалау өсөн Санкт-Петербургтың махсуслаштырылған клиникаһына ебәрергә йыйына.
Читайте нас: