Ҡәҙерлем, һиңә бер нәмә әйтергә мөмкинме? Эйе. Тик ҡыҫҡа һәм аныҡ булһын! Ир эштән һуң өйөнә ҡайта. Берәү ҙә юҡ, өҫтәлдә ҡатыны ҡалдырған хат ҡына. “Ҡәҙерлем, мин әхирәтемә киттем. Киске аш – балыҡ. Ҡармаҡ – балконда!”.
Битлек кейеп йөрөүҙең ыңғай яҡтары ла бар икән. Бөгөн осрашып йөрөгән ҡыҙым менән урамға саф һауа һуларға сыҡҡанда, ҡәйнәм менән ҡатыным мине таныманы.