Коронавирус инфекцияһына бәйле быйыл күп кенә предприятиелар, ойошмалар эштән туҡтап торҙо. Ошо сәбәпле 2021 йылда Яңы йыл каникулын ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр. Һүҙ байрамдан һуң 4 ғинуарҙа эш аҙнаһын башлау тураһында бара. Был хаҡта Рәсәй Федерация Советының иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты башлығы Андрей Кутепов белдерҙе. Шулай ҙа 7 ғинуар – Раштыуа байрамы ял көнө булып ҡала. Әлбиттә, был яңылыҡ 2021 йылда ғына үҙ көсөндә булыр тип көтөлә.