Аллаға шөкөр, республикбыҙҙың төрлө төбәктәрендә әленән-әле фельдшер-акушер пункттары асылаЮ иҫкеләре төҙөкләндерелә. Тиҙҙән Миәкә районының Өршәк һәм Кесе Кәркәле ауылдарында ла ялтлап торған ФАП-тар ишектәрен асасаҡ. Әле бынд а барлыҡ коммуникациялар үткәрелә.
Яңы учреждениеларға ЭКГ аппараттары, дефибрилляторҙар һәм башҡа заманса ҡорамалдар, йыһаздар алына. Былар барыһы ла “Сәләмәтлек һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Июль башынд ФАП-тар тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башлар тип көтөлә.