Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2020, 11:30

Тарих тураһында бөйөктәрҙең әйткәне

Шәхестәр – халыҡ яҙмышының ҡото (Мәрйәм Бураҡаева)

Яҡшы яҙылған тарихи романдар иң яҡшы тарих курстарынан шәберәк, ти Бальзак.
Бер халыҡтың ҡаһарманлығы бүтән халыҡтар өсөн дә эшләнә, ти Стефан Цвейг.
Данлы геройҙары булмаған халыҡ меҫкен халыҡ, ти Брехт.
“Ирке булмаған һәм уға өмөтләнмәгән халыҡтар бер ҡасан да ысын-ысындан тарих менән ҡыҙыҡһынмайҙар. Ҡайберҙәре хатта үткән ваҡиғалар хәтирәһен дә һаҡламай”, - ти рус шағиры П.А. Вяземский.
“Боронғо Рәсәй Карамзин тарафынан Колумб Американы асҡан кеүек табылған”, - тигән А.С. Пушкин Н.М. Карамзиндың “История государства Российского” китабының һигеҙ томлығы хаҡында.
“Башҡортостандың тулы тарихын яҙа алыр шундай үҙ Карамзиндары тиҙерәк тыуһа икән”, - ти Ғ. Хөсәйенов.
Читайте нас: