Үтә күренмәле эш костюмының эсенән купальникта ғына йөрөп ауырыуҙарҙы ҡараған Тула шәфҡәт туташы хәҙер модель булараҡ та сығыш яһай.
Уның фотоһы интернетта таралғас, йәмғиәттә фекер икегә бүленде. Кемдер аҡ халатлы фәрештәнең хәлен аңланы, кемдер тырнаҡ аҫтынан кер эҙләп маташты. Барыһы ла тыныс ҡына үтеп киткәс, йөҙ-ҡиәфәте телеэкран йондоҙҙарынан бер ере менән дә кәм булмаған Надежда Жукова спорт кейемен рекламай башлаған да инде.
“Купальникта йөрөгән тип яр һалыуҙары бик үк дөрөҫ түгел. Спорт костюмы ине ул. Ә интернетта фотом таралғас, нимә тип әйтһәләр ҙә, яҙһалар ҙа иғтибар итмәҫкә тырыштым. Минең хәлемде аңлаған хеҙмәттәштәремә рәхмәт”, - тип яҙа ул үҙенең сәхифәһендә.