- Ошо ерҙән йөҙәр меңләгән яҡташыбыҙ фронтҡа киткән. Башҡорт, рус, татар, сыуаш һәм башҡа телдәрҙә йырҙар яңғыраған. Атайҙар, ирҙәр, улдар, ҡыҙҙар китә, эскерһеҙ ышанып, Бөйөк Еңеү менән иҫән ҡайтыуҙарына ышанып. Әммә 322 мең яҡташыбыҙ яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡалды. Беҙҙең яугирҙәрҙең батырлығы һәм ҡаһарманлығы арҡаһында дошман ҡыйратылды. Һәм тағы ла, нәҡ ошо перронға 1945 йылдың йәйендә яугир-еңеүселәр менән эшелондар килгән, - тине Радий Фәрит улы.