Грек сәртләүеген күберәк ашағанда баш ауыртыуы ихтимал.
Алоэны бөйөрҙәр ауыртҡанда, цистит диагнозы ҡуйылғанда, йөклө ваҡытта ҡулланыу тыйыла.
Ҡандары ҡуйы, гемоглобиндары юғары кешеләргә кесерткәндән әҙерләнгән аҙыҡтарҙан, дарыуҙарҙан ҡәтғи рәүештә баш тартырға кәрәк.
Бөтнөк (мята) ҡушылған сәйҙе туҡтамай эскәндә экзема барлыҡҡа килеүе, күңел уйнауы, хатта тын алыуы ауырлашырға мөмкин.