Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 22:36

Боҙом тигәндәре бар икән...

Үс ала...

“Гөлназ һәйбәт, эшенә һәр саҡ етди ҡарай, уның сценарийҙарын талашып-тартышып тигәндәй алалар, директорҙың да яратҡан хеҙмәткәрҙәренең береһе. Хатта ана дауахана ла ятып сыҡҡан көндәрен дә һынатып торманы, тулы эш хаҡы түләне. Уф, шул орсоҡ хәтлем генә ҡатын өсөн ире нисек өҙөлөп тора һуң!?” – директор бүлмәһенән сираттағы яҙмаһының яртыһынан күбеһен тиерлек сыймаҡлатып сығып барған Сәриә бергә эшләгән әхирәте, бәхетле йылмайып янында йәнәш китеп барған Гөлназ тураһында асыулы шулай уйланы. Уйланы ла, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып та ҡуйҙы. Бер-нисә теген энәһе Гөлназдың тормошон тамуҡҡа әйләндерә яҙҙы...
Башта үлтереп башы ауырта йәш ҡатындың, дауаханала тикшерелеп, дауаланып ҡараһа ла файҙаһы булмай. Эштә лә үҙен насар тоя, илһамланып ҡына эшләйем, яңы нәмәгә тотонайым тиһә лә килеп сыҡмай, көндәре төнгә әйләнә. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, им-томға бик үк ышанып бармаһа ла, “доғалар менән өшкөрөүҙәре килешә,” – тигәндәрен ишеткәне булған әбейгә бара.
- Ҡыҙым, әле кейеп йөрөгән башыңдағы бүрегеңдең эсен һүтеп ҡара, эштә, иптәш ҡыҙың менән ултырған бүлмәнең ишеген яҡшылап ҡарап, ҡаҙалып ҡуйылған енәләрҙе йыйып алып кеше йөрөмәгән ергә күмеп ҡуй, - ти.
Ысынлап та, яңыраҡ ҡына һатып алған бүректең эсенән һүтелеп кире тегелгән урынған бер күргәнен дә аптырап, “ҡытайҙыҡы булһа шул булыр инде ул”, тип ҡуйған ине, эш бына нимәлә булған икән?! Эшләгән урынындағы ишектән ҡаҙалған, бүрек эсенә һалынған энәләрҙе йыйып алғас һәр нәмә үҙ урынына ултыра, тормош үҙ ағышында кире дауам итә, тик асыуынан “шартлай” яҙып йөрөгән Сәриә генә бер-нисә көндән һуң эштә бөтөнләй күренмәй башлай, үҙенең хата аҙымын танып, ғәрлегенән ситкә сығып киткән, ти.
Читайте нас: